Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:6 - Изге Яҙма

6 Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:6
14 Iomraidhean Croise  

Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың.


Шунан Петрус: – Хакимым! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап Үҙеңдең яныңа барырға бойорсо, – тип өндәште.


Аҫҡа төш тә, бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән кит. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны ярлыҡар.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan