Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:5 - Изге Яҙма

5 Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын һәм уға бирелер, сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:5
31 Iomraidhean Croise  

Һине Исраил өҫтөнән ҡуйғас, Аллаң Раббының ҡанунын үтәр өсөн һиңә зиһен һәм аҡыл бирә күрһен.


Хәҙер миңә был халыҡтың эсен-тышын аңларлыҡ зиһен үә ғилем бир, юғиһә Һинең бөйөк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? – ти.


Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.


уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. –


Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр.


Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.


Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:


Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны.


Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙенең шөһрәтен Улында күрһәтер.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan