Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:2 - Изге Яҙма

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:2
21 Iomraidhean Croise  

Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттән сыҙамлыҡ тыуғанын беләбеҙ.


сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.


Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan