16 Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
16 Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
– Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
– Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ.
Алла – үлеләрҙең түгел, тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.
Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.
Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,
Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.
Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.
Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем!
Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.
Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.
үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар.
Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,
Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.
Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ.
Кемдер: «Мин иманлы», – тип әйтә, ләкин ғәмәлдә күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.
Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.
Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.
Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «эйе» тигәнегеҙ «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын.
Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,