Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:15 - Изге Яҙма

15 Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

15 Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:15
21 Iomraidhean Croise  

тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең.


Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.


Дауыт хеҙмәтселәрен был ҡатынды алып килергә ебәрҙе. Ҡатын батша янына килгәндә, яңы ғына күреме тамамланып, таҙарынған ине. Дауыт уның менән йоҡланы. Һуңынан ҡатын өйөнә ҡайтып китте.


Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр».


Уның үлем ҡоралы әҙер, Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар.


Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон Села


Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.


Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ; Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор.


Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.


Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш ҡаһиндар янына барып:


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan