Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 9:2 - Изге Яҙма

2 Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Вәғәзсе 9:2
22 Iomraidhean Croise  

күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!

Нисек булһа булһын! Шуға күрә әйтәм: „Ул ғәйепһеҙҙе лә, яуызды ла берҙәй юҡ итә“.

Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.

Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

Сөнки әҙәм балаларының да, хайуандарҙың да тәҡдире бер: тегеләре лә, былары ла үлемгә дусар, тегеләренең дә, быларының да һулышы бер, әҙәм балаһының хайуандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, сөнки былар бөтәһе лә – фани.

Ә тегеһе, ике мең йыл йәшәп тә, тормошонан рәхәтлек тапмаһа, бынан уға ни файҙа? Ахыр сиктә, барыбыҙ ҙа бер урынға китәбеҙ түгелме?

Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр.

Мәжлесле өйгә барғансы, Йыназалы өйгә барғаның хәйерле, Сөнки һәр кемдең ахыры бер, Тере кеше шуны башында тотһон.

Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.

Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.

нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырған ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы, батша ҡыҙҙарын, шулай уҡ Йермеяһ пәйғәмбәрҙе, Нерияһ улы Барухты алып,

Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».

Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.

Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

Халыҡ урманға инде. Ҡараһалар, бал тамып тора. Тик бер генә кеше лә ҡулын ауыҙына һонманы, сөнки бөтәһе лә ҡарғыштан ҡурҡты.

Lean sinn:

Sanasan

Sanasan