Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Вәғәзсе 8:1 - Изге Яҙма

1 Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Вәғәзсе 8:1
27 Iomraidhean Croise  

Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.


Әгәр янында бер фәрештә, Меңәрләгән яҡлаусының береһе булһа, Кешегә нимә дөрөҫ икәнен әйтеп торһа,


Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды.


хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең, аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар.


Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр.


Зирәктең күҙе аҡылға төбәлгән, ахмаҡтың күҙе ерҙең һәр тарафына йүнәлгән.


Ямандың сырайы ҡырыҫ булыр, намыҫлы иһә үҙ юлын ныҡ тотор.


Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.


Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.


Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир.


Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде.


Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Иң элек шуны белегеҙ: Изге Яҙмалағы бер генә пәйғәмбәрлек тә пәйғәмбәрҙең үҙенең уй-фекерләүенән килмәй.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan