Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Вәғәзсе 2:16 - Изге Яҙма

16 Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Вәғәзсе 2:16
17 Iomraidhean Croise  

Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға?


Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.


Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.


Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке; Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың.


Йылдар үткәс, Йософ вафат була, уның ағалары һәм ҡустылары, уларҙың бөтә быуыны үлеп бөтә.


Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.


Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.


Әүәлгеләр хәтерҙә ҡалмаған. Киләсәктә булыр нәмәләрҙе лә унан һуң килеүселәр иҫләмәҫ.


Аҡыллыны аҡыл күҙле итә, Ахмаҡ иһә ҡараңғыла ҡаңғыра. Ләкин шуны белдем: уларҙың һәммәһен дә бер тәҡдир көтә.


Мин күңелемдән үҙемә былай тинем: «Мине лә ахмаҡтың тәҡдире көтә, шулай булғас, минең аҡыллы булыуымдан ни файҙа?» Үҙ-үҙемә: «Был да буш мәшәҡәт», – тинем.


Аҡыллының ахмаҡтан ниндәй өҫтөнлөгө бар? Ярлыға нисек йәшәргә белеүенән ни файҙа?


Мәжлесле өйгә барғансы, Йыназалы өйгә барғаның хәйерле, Сөнки һәр кемдең ахыры бер, Тере кеше шуны башында тотһон.


Яуыз кешеләрҙе ерләгәнде күргәнем бар. Был әҙәмдәр мөҡәддәс ергә килеп-китер, әммә уларҙы үҙҙәре яуызлыҡ ҡылған ҡалала оноторҙар. Был да – фани.


Ләкин ҡалала аҡыллы бер фәҡир булған икән, һәм ул зирәклеге менән ҡаланы ҡотҡара. Әммә һуңынан был фәҡирҙе иҫкә алыусы ла булмай.


Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan