Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Вәғәзсе 1:16 - Изге Яҙма

16 Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Вәғәзсе 1:16
20 Iomraidhean Croise  

Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.


Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине.


Кешеләрем бүрәнәләрҙе Ливандан диңгеҙгә ташыр. Унан һал бәйләп, һин билдәләгән урынға илтербеҙ ҙә мин һалдарҙы таратырмын, һин бүрәнәләрҙе шунан килеп алырһың. Тик һин дә бер теләгемде үтә: һарайымды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тор».


Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.


Хирам тағы былай ти: «Күк менән ерҙе яратҡан Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Дауыт батшаға зиһенле һәм белекле, аҡыллы улан биргән. Бына инде ул Раббы ҡорамы менән үҙенә батша һарайы һалырға ниәт итә.


Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.


Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:


Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән.


Мин күңелемдән үҙемә былай тинем: «Мине лә ахмаҡтың тәҡдире көтә, шулай булғас, минең аҡыллы булыуымдан ни файҙа?» Үҙ-үҙемә: «Был да буш мәшәҡәт», – тинем.


Йәрүсәлимдә миңә тиклем булғандарҙың барыһынан да шөһрәтлерәк һәм байыраҡ инем, зирәк аҡылым да үҙемдә ҡалды.


Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем.


„Үҙемә мөһабәт һарай һалдырам, Өҫкө бүлмәләрен иркен итәм“, – тигән, Уға тәҙрәләр уйған, Кедр менән матурлап көпләгән, Ҡыҙылға буятҡан кешегә – ҡайғы!


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan