Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 9:23 - Изге Яҙма

23-24 Муса ҡулындағы таяғын күккә күтәргәйне – Раббы күк күкрәтеп, боҙ ебәрҙе, ергә йәшен төшөрҙө. Ерҙә, әйтерһең дә, йәшенле ут ҡабынды, бөтә Мысыр бары тик ут менән боҙҙан торҙо; ундай көслө боҙҙо Мысыр халҡының бер ҡасан да күргәне юҡ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Сығыу 9:23
22 Iomraidhean Croise  

Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,

Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә.

Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,

Кем үҙенең хаталарын белер? Йәшерендәренән пакла мине.

Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең.

Йәндәре теләгән ризыҡ һорап, Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар.

Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.

Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.

Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ.

Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.

Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын.

Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде.

Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!

күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.

Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.

Lean sinn:

Sanasan

Sanasan