Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 8:27 - Изге Яҙма

27 Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

27 Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 8:27
8 Iomraidhean Croise  

Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.


– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.


Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan