6 Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне.
Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».
Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.
Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы!
Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.
Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.
Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне.
Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде.
Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.
Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде.
Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.
Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.