Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 7:5 - Изге Яҙма

5 Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 7:5
20 Iomraidhean Croise  

Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?


Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.


һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?


Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне.


Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне.


Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер.


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер.


– Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. –


– Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


Ҡот осҡос язалар менән уларҙан үсемде алам. Үсемде алғас, улар Минең Раббы икәнемде белер».


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Мин Мысырҙы бушлыҡҡа әйләндергәс, Илде уны тултырған бөтә нәмәнән мәхрүм иткәс, Унда йәшәүселәрҙең бөтәһен һәләк иткәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.


Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan