Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 7:19 - Изге Яҙма

19 Раббы былай тип дауам итте: – Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Сығыу 7:19
15 Iomraidhean Croise  

Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.

Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды Мысыр ере өҫтөнә һуҙ, әйҙә, саранча тубы ябырылып, боҙҙан имен ҡалған бар үләнде ашап бөтһөн.

Раббы Мусаға: – Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр.

Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.

Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде.

Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – һыуҙар, кире тартылып, мысырҙарҙы, уларҙың яу арбаларын, һыбайлыларын батырыр.

Хатта ошо ике хикмәткә лә ышанмаһалар һәм әйткәндәреңә ҡолаҡ һалмаһалар, Нилдан һыу алып ергә түк. Йылға һыуы тупраҡҡа тейеү менән ҡанға әйләнер.

Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуҡһын – тотош Мысыр илендәге саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнер, – тип бойорҙо.

Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды.

Етен иләүселәр хәсрәткә батыр, Ялланып эшләүселәрҙең рухы һыныр.

Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.

Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?

Lean sinn:

Sanasan

Sanasan