– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.