Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 5:1 - Изге Яҙма

1 Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 5:1
26 Iomraidhean Croise  

– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


Әгәр халҡыма китергә рөхсәт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм.


– Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!


Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен».


– Бар, Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйт, ул Исраил халҡына үҙ еренән китергә рөхсәт итһен.


Тап бына ошо Муса менән Һарун: «Исраил халҡын Мысырҙан сығар!» – тип Мысыр батшаһы фирғәүен алдында телмәр тотто.


Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың.


Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер.


Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.


Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуҡһын – тотош Мысыр илендәге саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнер, – тип бойорҙо.


Муса менән Һарун шулай эшләне: Һарун таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуғыуы булды – кешеләрҙе, мал-тыуарҙы себен-серәкәй һырып алды. Бөтөн Мысыр ерендә саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнде.


Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ.


Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар ҙа әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


Әгәр ебәрмәһәң, уны һаман тыйып тотһаң,


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.


Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир.


Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan