Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 4:31 - Изге Яҙма

31 Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

31 Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 4:31
27 Iomraidhean Croise  

Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:


Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ. Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә.


Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла.


Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.


Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.


Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы: – Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе.


Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс,


Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.


Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла.


Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan