8 Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды
Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:
Йософ, улдарын атаһының тубығынан алды ла, уның алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла.
Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.
Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»