Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 34:16 - Изге Яҙма

16 Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 34:16
23 Iomraidhean Croise  

күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!


Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине.


Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.


Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра.


Шуның өсөн ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын да улдарығыҙға алмағыҙ. Ошо ерҙә нығынайыҡ, уның байлыҡтары менән туйынайыҡ, уны балаларыбыҙға мәңгегә мираҫ итеп ҡалдырайыҡ тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уларға тыныслыҡ һәм файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә эшләмәгеҙ».


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.


Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.


Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән.


Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым.


Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.


Әгәр ҙә һеҙ, тайпылып, был илдә һаман да тороп ҡала килгән халыҡтарға ҡушылһағыҙ, улар менән туғанлашһағыҙ һәм улар менән ҡатнашһағыҙ,


белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.


Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине.


Шулай итеп, исраилдар ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр араһында йәшәне,


уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы.


Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan