Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 33:9 - Изге Яҙма

9 Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 33:9
17 Iomraidhean Croise  

Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты.


Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтты.


Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла.


Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй.


Муса сатырға табан йүнәлһә, барыһы ла үҙ сатырҙары ауыҙына баҫып, Муса сатырға ингәнсе артынан ҡарап ҡала торғайны.


Һинең артыңдан берәү ҙә эйәрмәһен, был тауҙа берәү ҙә күренмәһен. Тау итәгендә мал-тыуар ҙа йөрөмәһен.


Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.


Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.


Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.


Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.


Раббы сатырҙа болот бағанаһы эсендә пәйҙә булды. Бына болот бағанаһы сатыр ауыҙында туҡтап ҡалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan