Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 33:16 - Изге Яҙма

16 Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айырһаң инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 33:16
15 Iomraidhean Croise  

Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.


Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.


Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan