Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 32:7 - Изге Яҙма

7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 32:7
17 Iomraidhean Croise  

Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә.


Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине.


Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.


Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. –


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Тик был кире, аҙғын быуын Уға тоғролоғон һаҡламаны. Уға бала булманылар, Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар.


юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ.


Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.


Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул, асыуланып, һеҙҙе юҡ итергә теләне.


Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan