Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 32:5 - Изге Яҙма

5 Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 32:5
18 Iomraidhean Croise  

Хаттарға былай тип яҙылғайны: «Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ.


– Бәғелгә бағышлап йыйын иғлан итегеҙ, – тине Йеһу. Йыйын көнөн билдәләнеләр.


Урияһ ҡаһин, Ахаз батша Дамасктан ҡайтҡанға тиклем, ул ебәргән өлгө буйынса тап шундай ҡорбан усағы яһатып ҡуйҙы.


Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.


– Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.


Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар.


Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне. Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:


Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


Раббы тарафынан тәғәйенләнгән байрамдар ошо. Байрамдарҙа изге йыйындар саҡырып, Раббыға, һәр береһен үҙенең тәғәйен көнөндә, ут ҡорбаны, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, салыу ҡорбаны, түкмә ҡорбан килтерегеҙ.


Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:


Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек.


Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan