Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 32:30 - Изге Яҙма

30 Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

30 Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 32:30
22 Iomraidhean Croise  

Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны.


Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.


Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.


– Бөгөн, – тине Муса, – һеҙҙең һәр берегеҙ улының һәм ағай-энеһенең йәне аша үҙен Раббы өсөн хеҙмәткә бағышланы. Бөгөн һеҙгә фатиха бирелер.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Һарун йәһәт кенә Муса әйткәнде алды ла халыҡ яғына йүгерҙе, халыҡҡа үләт төшә башлағайны инде. Һарун хуш еҫле матдәләрҙе ҡуҙ өҫтөнә һалып, халыҡты пакландырыу йолаһын үтәне.


Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.


Хәҙер үк ҡайтайым да: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым.


Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan