Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 30:7 - Изге Яҙма

7-8 Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7-8 Һарун һәр көн иртәнсәк, майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис, уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7-8 Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 30:7
20 Iomraidhean Croise  

Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.


Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың,


Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам.


Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр.


Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы.


Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.


Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал.


Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.


уның өҫтөндә хуш еҫ төтәтергә ҡуйҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;


ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө.


Ә беҙ үҙебеҙҙе доғаға һәм Алла һүҙе менән хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ.


Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Алланың шәме әле һүнмәгәйне һәм Шемуил Раббы йортонда – Алланың Изге һандығы торған урында ята ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan