Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 30:13 - Изге Яҙма

13 Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 30:13
17 Iomraidhean Croise  

– Әфәндем, ерҙең хаҡы – дүрт йөҙ шекел көмөш, – тине. – Һинең менән миңә нимә генә инде был? Әйҙә, мәрхүмәңде ерләй күр.


Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.


Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе.


Егерме йәше тулған һәм унан өлкән һәр кем иҫәпкә алынғанда Раббыға ошондай саҙаҡа килтерһен.


Изге торлаҡ төҙөүгә тотонолған алтын – күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа алтыны – изге шекелгә күрә егерме туғыҙ талант та ете йөҙ утыҙ шекел булды.


Егерме йәштән алып иҫәпкә индерелгән һәр кемдән – алты йөҙ өс мең дә биш йөҙ илле кешенән – берәр беҡа, йәғни изге шекелгә күрә ярты шекел түләнде.


Бер шекел егерме гераға бәрәбәр булһын. Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел йәмғеһе бер мина тәшкил итергә тейеш.


Бөтә хаҡ изге шекел буйынса билдәләнергә тейеш. Был шекел егерме гераға бәрәбәр.


егерменән алтмыш йәшкә тиклемге ир-егет өсөн илле шекел көмөш, изге шекел менән;


– Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.


Йолом хаҡы былай: бер айы тулған бала өсөн изге шекелгә күрә биш шекел көмөш ал. Бер шекелдә – егерме гера.


һәр йән башына изге шекелгә күрә бишәр шекел көмөш ал. Бер шекелдә егерме гера иҫәпләнә.


Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


хуш еҫле сайыр тултырылған ун ике алтын һауыт: һәр һауыттың ауырлығы изге шекелгә күрә ун шекел булып, ун ике алтын һауыттың дөйөм ауырлығы йөҙ егерме шекел булды.


Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла йорто өсөн ике драхмалыҡ һалымды йыйыусылар Петрус янына килеп: – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны.


Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.


Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan