Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 3:9 - Изге Яҙма

9 Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 3:9
22 Iomraidhean Croise  

Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.


Ул миңә былай тине: «Ҡара, кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр – йә буйлы, йә ала, йә сыбар. Лавандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам.


Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе.


– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.


Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең,


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Ҡыҙған мине, Раббы! Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан, Миңә нәфрәт тотҡандарҙан Күргән ғазабыма ҡара!


Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо: – Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ.


Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.


Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте.


Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ.


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.


– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan