Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 3:6 - Изге Яҙма

6 – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 3:6
42 Iomraidhean Croise  

Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма!


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


– Ҡурҡыныс урын бит был! – тип ҡуйҙы. – Был бит Алла йорто, күк ҡапҡаһы.


Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


Шунан былай тип ялбарҙы: – Олатайым Ибраһимдың Аллаһы, атайым Исхаҡтың Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, игелек ҡылырмын, тинең!


Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –


Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш.


Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең,


Улар көн дә шул һорауҙы ҡабатлай, ләкин Мордехай быға әһәмиәт бирмәй. Шунан улар, Мордехай үҙ һүҙендә торормо-юҡмы икәнен белергә теләп, был хаҡта Һаманға еткерҙе, сөнки Мордехай уларға үҙенең йәһүд икәнен һөйләгәйне инде.


Был Һарундың башына һөртөлгән, Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай, Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ;


Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!


Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын.


Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем.


– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.


«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.


Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни?


Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип тә атаған.


Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.


«Мин һинең ата-бабаларыңдың Аллаһы – Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһымын». Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итмәгән.


Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип төштөм. Ә хәҙер бар, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan