Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 3:4 - Изге Яҙма

4 Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 3:4
18 Iomraidhean Croise  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып:


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер:


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


Муса Раббыға былай тине: – Һин миңә был халыҡты ары алып китергә ҡуштың, ләкин минең менән кемде ебәреүеңде әйтмәнең. Исемең менән беләм һине, тинең, күңелемә күркәмһең, тинең.


– Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы.


Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:


Бер тауыш уға: – Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша, – тине.


Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнелиусҡа ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп: – Корнелиус! – тине.


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын. Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын! Былар барыһы ла Йософтоң башына, Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын.


Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы.


Раббы Шемуилға өндәште. – Мин бында! – тип яуапланы Шемуил.


Раббы уға тағы өндәште. – Шемуил! Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят.


Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan