Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 3:14 - Изге Яҙма

14 Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 3:14
21 Iomraidhean Croise  

Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?


Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө.


Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».


Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы!


Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.


Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын?


Алла Мусаға былай тине: – Мин – Раббы.


Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым.


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ.


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде, – тип яуап бирҙе.


Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.


Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан


«Мин – Альфа һәм Омега, – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе».


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan