Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 3:13 - Изге Яҙма

13 Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа нимә тип яуап ҡайтарырмын?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 3:13
16 Iomraidhean Croise  

– Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.


Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы!


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.


Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр.


Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың.


Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Әммә халҡым исемемде таныясаҡ, Көнө еткәс: „Бына – Мин!“ – тигән Зат булыуымды аңлаясаҡ».


Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.


Ул Раббы фәрештәһенән: – Исемең кем? Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, һиңә рәхмәттәр әйтер инек, – тине.


Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan