Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 28:30 - Изге Яҙма

30 Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Сығыу 28:30
22 Iomraidhean Croise  

Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

Һарун, мөҡәддәс урынға кергән саҡта, Исраил улдарының исемдәрен Раббы алдында даими хәтерләтеп тороу билгеһе итеп, һәр саҡ күкрәгендә – түшлектә – йөрөтһөн.

Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды.

Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр.

Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.

Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?

Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.

Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.

Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.

Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.

Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.

Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.

Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.

Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.

Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.

Lean sinn:

Sanasan

Sanasan