Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 27:9 - Изге Яҙма

9 Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 27:9
29 Iomraidhean Croise  

Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды.


Шул уҡ көндө батша, Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итте, сөнки Раббы хозурындағы баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай ине.


Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата.


Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә.


Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел, Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел.


Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.


Шаршауҙар өсөн егерме бағана яһалһын, бағаналарҙың төптәре баҡырҙан, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөштән булһын.


ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм төптәрен, ихата ҡапҡаһы өсөн ҡорманы;


Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап тағы илле элмәк эшләнеләр.


ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды,


Муса Сатырҙы һәм ҡорбан усағын уратып, ихата ҡорҙо, ихата ҡапҡаһына ҡорма элде. Шулай итеп, Муса эшен тамамланы.


Сатырҙы уратып ихата ҡор, ихата ҡапҡаһына ҡорма эл.


Бағаналарҙы үлсәне, алтмыш терһәк булды. Ҡапҡа әйләнәһендәге ихата бағаналарға тиклем һуҙылғайны.


Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.


Ул шулай уҡ тышҡы ихатаның төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһының оҙонлоғо менән киңлеген үлсәне.


Төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаның ҡаршыһында ла, көнсығышҡа ҡараған ҡапҡалағы кеүек, эске ихатаға илткән ҡапҡа бар. Ул был ике ҡапҡа араһын үлсәне – йөҙ терһәк булды.


Ул мине көньяҡ ҡапҡанан эске ихатаға алып инде һәм көньяҡ ҡапҡаны үлсәне – ул да башҡа ҡапҡалар кеүек ине.


Шунан һуң ул мине көнсығыш ҡапҡа аша эске ихатаға алып инде һәм ҡапҡаны үлсәне, уныһы ла башҡа ҡапҡалар һымаҡ ине.


Эске ихатала эске ҡапҡа эргәһендә ике бүлмә бар ине. Уларҙың төньяҡ ҡапҡа янындағыһы – көньяҡҡа, ә көньяҡ ҡапҡа янындағыһы төньяҡҡа ҡарай ине.


Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.


ихата шаршауҙарын, сатыр менән ҡорбан усағын уратып алған ихатаға инә торған урындағы ҡорманы, бауҙарҙы, хеҙмәт өсөн бөтә кәрәк-яраҡты йөрөтөргә; шуларға бәйле бөтә эштәрҙе башҡарырға тейеш.


ихатаның бөтә яғындағы бағаналары менән төптәрен, ҡаҙыҡтарын, бауҙарын, хеҙмәт өсөн башҡа бөтә кәрәк-ярағын улар күтәреп йөрөтөр. Һәр ҡайһыһы нимә күтәрергә тейешлеген исемләп белһен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan