Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 27:19 - Изге Яҙма

19 Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 27:19
14 Iomraidhean Croise  

Бына хәҙер бер аҙ ваҡытҡа Аллабыҙ Раббынан беҙгә мәрхәмәт насип булды, ҡайһы берәүҙәребеҙҙе иҫән-аман ҡалдырып, Үҙенең мөҡәддәс урынында төпләнергә мөмкинлек бирҙе, күҙҙәребеҙҙең нурын ҡайтарып, ҡоллоғобоҙҙа хәлебеҙҙе еңеләйтте.


Ихатаның буйы – йөҙ, иңе – илле терһәк, сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙарҙың бейеклеге иһә – биш терһәк, бағана өсөн төптәр баҡырҙан булһын.


Исраил халҡына әмер ит: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.


Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.


Изге сатыр ҡаҙыҡтарын һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтарҙы, уның бауҙарын,


Изге сатырҙың бөтә ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан ине.


ихата әйләнәһенә эленгән шаршау һәм ихата ҡапҡаһы өсөн бағана төптәре, шулай уҡ Сатыр һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтар эшләнде.


ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды,


Аҡыл эйәләренең һүҙҙәре – мал ҡыуа торған осло таяҡ кеүек, Әйтемдәр йыйылмаһы – ныҡ итеп ҡағылған сөй шикелле; Улар бер көтөүсе тарафынан бирелгән.


Байрамдарыбыҙ ҡалаһы Сионға баҡ! Күҙҙәрең – Йәрүсәлимде, Именлек йортон, ҡаҡшамаҫ сатырҙы күрер. Уның ҡаҙыҡтары һис тә ҡуптарылмаҫ, Кирге бауҙары һис бер өҙөлмәҫ.


Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы, Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр; Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр.


ихатаның бөтә яғындағы бағаналары менән төптәрен, ҡаҙыҡтарын, бауҙарын, хеҙмәт өсөн башҡа бөтә кәрәк-ярағын улар күтәреп йөрөтөр. Һәр ҡайһыһы нимә күтәрергә тейешлеген исемләп белһен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan