Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 26:36 - Изге Яҙма

36 Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

36 Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

36 Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 26:36
19 Iomraidhean Croise  

Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик.


Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.


Раббы ҡарары өсөн оҫта итеп түшлек эшлә. Ул эфод һымаҡ уҡ алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән булһын.


Һарун өсөн нәфис етендән күлдәк тек, нәфис етендән сәллә эшлә һәм биҙәкле билғау һуҡ.


Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен;


төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы;


Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшләнеләр.


Ихатаның ҡапҡаһы өсөн ҡорма егерме терһәк оҙонлоғондағы төрлө төҫтәге – зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән эшләнеп, нағыш менән биҙәлгәйне. Уның иңе, ихата шаршауы һымаҡ, биш терһәк ине.


Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен –


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.


Осрашыу сатыры, уның өҫкө япмалары, инә торған урындағы ҡорма һәм сатыр менән ҡорбан усағын уратҡан ихатаның шаршауҙары, ихатаға инә торған урындағы ҡорма, бауҙар, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт Гершон улдары яуаплылығына тапшырылды.


Изге сатыр ҡоролған көндө уны – Килешеү сатырын – болот ҡапланы, өҫтөндә кистән таңғаса гүйә ут янып торғандай булды.


Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan