Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 26:1 - Изге Яҙма

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 26:1
29 Iomraidhean Croise  

Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.


Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде.


Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора.


Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була.


Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә.


зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете,


Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.


Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булһын. Бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә булырға тейеш.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик.


Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.


Осрашыу сатырын, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын,


Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен;


Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.


зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете,


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр.


Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар.


– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.


Осрашыу сатыры, уның өҫкө япмалары, инә торған урындағы ҡорма һәм сатыр менән ҡорбан усағын уратҡан ихатаның шаршауҙары, ихатаға инә торған урындағы ҡорма, бауҙар, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт Гершон улдары яуаплылығына тапшырылды.


улар сатырҙың шаршауҙарын, Осрашыу сатырын, уның япмаһын, өҫкө йоҡа итеп эшкәртелгән күн япманы, сатырға инә торған урындағы ҡорманы,


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Әммә Ғайса, «бынау Алла йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны.


Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.


Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөнә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды, Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урын Мөҡәддәс тип аталды.


Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan