Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 24:3 - Изге Яҙма

3 Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 24:3
23 Iomraidhean Croise  

Шау-гөр килеп, шат ауаздар сығарып, борғолар һәм мөгөҙҙәр өрөп, Раббыға ант бирәләр.


Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.


Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм, Гонаһтарым күҙем алдымда гелән.


Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы: – Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе.


Миңә фәҡәт Муса ғына яҡынлашһын! Башҡа берәү ҙә Раббыға яҡын килергә тейеш түгел. Халыҡ иһә уның менән тауға менергә тейеш түгел.


Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, сығарған саҡта улар менән килешеү төҙөп әйттем:


Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»


Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ?


Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


– Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.


– Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ.


– Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan