Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 23:23 - Изге Яҙма

23 Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 23:23
13 Iomraidhean Croise  

Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.


Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне.


Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо.


Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн, Һөргөнгә олаҡтырылыр; Затлылары аслыҡтан ҡырылыр, Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр.


Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.


Раббы ҙур һәм ҡеүәтле халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып сығарҙы. Бөгөнгәсә бер кем һеҙгә ҡаршы тора алмай.


Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып.


Был ваҡиғалар тураһында ишетеп, Иордандан көнбайыштағы таулы урындарҙа, Шефелала һәм Бөйөк диңгеҙ яры буйлап Ливанға тиклем һуҙылған ерҙәрҙә йәшәгән хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевуси батшалары


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan