Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 23:15 - Изге Яҙма

15 Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 23:15
25 Iomraidhean Croise  

– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Бөгөн авив айында Мысырҙан сығаһығыҙ.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.


Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.


Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?


Сөсө икмәк байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.


Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны.


Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө икмәк көнө килеп етте.


Быға йәһүдтәрҙең ҡәнәғәт ҡалғанын күреп, Петрусты ла ҡулға алды. Был ваҡиға Сөсө икмәк байрамы көндәрендә булды.


Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan