9 Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар,
Алты көн йыйығыҙ, ә етенсе көн – шәмбе; ул көндө бер нәмә лә таба алмаҫһығыҙ.
Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын.
Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш.
Алты көн эшлә, етенсе көнөнә ял ит, хатта һөргән һәм урған сағыңда ла эшеңде туҡтатып тор.
алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер.
Шәмбе көнө өйҙәрегеҙҙә ут яғырға ла ярамай.
Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.
Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.
Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.
Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар.