Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 20:18 - Изге Яҙма

18 Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 20:18
13 Iomraidhean Croise  

Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


– Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм.


Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».


Әллә Мин яҡында ғына Алламы? – тип белдерә Раббы. – Мин алыҫта Алла түгелменме?


Хорев тауында йыйылған көндө Аллағыҙ Раббынан былай тип үтенеп һоранығыҙ: «Үлмәҫ өсөн, Аллам Раббының тауышын башҡаса ишетмәһәм һәм Уның бөйөк утын бүтән күрмәһәм ине», – тинегеҙ.


Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ.


Тау ялҡынланып янғанда ҡараңғылыҡ эсенән һеҙгә тауыш ишетелгәс, бөтә ырыу башлыҡтарығыҙ һәм аҡһаҡалдарығыҙ минең яныма килде лә


Тик беҙгә хәҙер ниңә үлергә? Был бөйөк ут беҙҙе ялмап юҡ итәсәк. Әгәр беҙ Аллабыҙ Раббының тауышын тағы ишетһәк, үләсәкбеҙ.


Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».


Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan