Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 2:11 - Изге Яҙма

11 Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 2:11
13 Iomraidhean Croise  

Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Фирғәүендең ҡарап эшләтеүселәре Исраил халҡынан булған мөдирҙәрҙе: «Ниңә һеҙ кисә һәм бөгөн көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын элекке күләмдә һуҡмайһығыҙ?» – тип туҡмай башланы.


Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.


Шунан фирғәүен: – Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ, – тип өҫтәне.


Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan