Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 19:6 - Изге Яҙма

6 һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 19:6
37 Iomraidhean Croise  

Инде ҡолоң Һин Үҙеңә һайлап алған халыҡтың, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк халыҡтың араһында.


Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың.


Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдеке иттең, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.


Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә, Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Һеҙ – Минең Үҙемә һайлап алған халҡым, шуға күрә йыртҡыс талаған хайуан итен ашамағыҙ, эттәргә ташлағыҙ.


Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар».


Уларҙың араһынан ҡайһы берҙәрен ҡаһин һәм леви итеп алырмын», – ти Раббы.


Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»


Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ.


Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм ҡаһиндар иттең, улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan