Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 19:11 - Изге Яҙма

11 иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 иртәгәнән һуңғаға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәгәнән һуңға бөтә халыҡтың күҙ алдына Раббы Синай тауына төшәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 19:11
20 Iomraidhean Croise  

Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.


Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең.


Балҡышың, даның, мөһабәтлегең, Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым.


Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә; Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса;


Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды.


Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.


Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды.


Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште.


Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Иртәнсәккә әҙер бул. Иртәнсәк Синай тауына мен дә тау башында Минең хозурыма баҫ.


Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте.


Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Хоревта Аллаң Раббы ҡаршыһында баҫып торған көнөңдө иҫеңдән сығарма. Ул ваҡытта Раббы миңә былай тине: «Миңә халыҡты йый. Уларға һүҙҙәремде әйтеп ишеттерәйем. Ерҙә йәшәгән бөтә көндәрендә Минән ҡурҡырға өйрәнһендәр һәм балаларын да өйрәтһендәр».


Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan