Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 18:7 - Изге Яҙма

7 Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 18:7
23 Iomraidhean Croise  

Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты.


Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:


Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс,


Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин!


Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар.


Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.


Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.


Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты.


Баҫ-Шевағ Адонияһтың теләге тураһында һөйләшергә Сөләймән батшаға китте. Батша әсәһен аяғөҫтө баҫып, хөрмәтләп ҡаршы алды, уға баш эйҙе, шунан ҡабат тәхетенә ултырҙы. Әсәһе өсөн дә тәхет ҡуйҙырҙы. Баҫ-Шевағ батшаның уң яғынан урын алғас:


Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Ул: – Мин, ҡайның Итро, ҡатының һәм ике улың менән һинең яныңа килдем, – тип хәбәр итергә ҡушып, Мусаға кешеләр ебәрҙе.


Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине.


Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне.


Билғам килгәнен ишетеп, Балаҡ Моавтың сигендә Арнон буйындағы бер ҡалаға уны ҡаршы алырға килде.


Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай.


Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.


Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде.


Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.


Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт.


Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan