Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 17:6 - Изге Яҙма

6 Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 17:6
24 Iomraidhean Croise  

Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды.


Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.


Халыҡтарҙы беҙгә буйһондорҙо, Ҡәүемдәрҙе аяҡ аҫтыбыҙға һалды.


Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».


Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.


Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.


Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты.


– Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.


(Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.)


Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan