Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 17:15 - Изге Яҙма

15 Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым», тип атаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 17:15
9 Iomraidhean Croise  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


Сөнки Һин – минең ышығым, Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың.


Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.


Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын.


Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan