Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 17:14 - Изге Яҙма

14 Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 17:14
30 Iomraidhean Croise  

Шаул һәләк булғандан һуң, ғәмәлектәрҙе еңеп ҡайтҡан Дауыт ике көнгә Сиҡлағта туҡтаны.


Ә Шимғон ырыуынан биш йөҙ кеше Сеғир тауҙарына китә: Ишғи улдары Пелатъяһ, Неғаръяһ, Рефаяһ һәм Ғуззиил уларҙың башлыҡтары була.


Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята.


ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?


Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.


Әгәр һүҙҙәрем яҙылып барһа ине, Теркәлһә ине төргәк китапҡа;


Ҡәүемдәрҙе Һин дәһшәткә һалдың, Яуыздарҙы ҡырып ташланың, Исемдәрен мәңгенән мәңгегә юйҙың.


Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.


Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.


– Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. –


Раббы Мусаға: – Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, – тине. – Был – Мин һинең менән һәм исраилдар менән төҙөгән килешеүҙең шарттары.


Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.


– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.


Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте: «Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе, Тик уны ла көтә һәләкәт».


Муса, Раббы бойорғанса, уларҙың сәфәрҙәге туплам ҡорған урындарын теркәп барҙы. Туплам урындары түбәндәгесә.


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр.


Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты.


Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,


Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan