Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 17:13 - Изге Яҙма

13 Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 17:13
9 Iomraidhean Croise  

Бына Мусаның ҡулы арыны. Шуға күрә бер таш алып килеп, Мусаны шунда ултырттылар. Һарун менән Хур икеһе ике яҡтан уның ҡулын төшөрмәй терәп торҙо. Ҡояш байығансы Мусаның ҡулы өҫкә күтәрелгән көйө булды.


Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне.


Раббы Лахишты исраилдар ҡулына тапшырҙы: иртәгәһенә үк Йушағ ҡаланы баҫып алды. Ул Лахиш кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да – ҡылыстан үткәрҙе, Лахиш менән, Ливна менән ни эшләгән булһа, шулай эшләне.


Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.


Харам ҡылынып юҡ ителергә тейешле һәр кем – Ғайҙа йәшәгән һәммә кеше ҡырылып бөткәнсе, Йушағ ҡала яғына йүнәлтелгән һөңгөһөн төшөрмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan