Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Сығыу 16:34 - Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Сығыу 16:34
13 Iomraidhean Croise  

Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине.


Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.


Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.


Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.


Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.


Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек.


Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы,


Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон.


Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan